«Салауат Юлаев» һаҡсыһы ла һайлауҙа ҡатнашып үҙ тауышын бирҙе

Александр Логинов тормош иптәше менән Өфөнөң Октябрь районында Рәсәй фәндәр академияһының биохимия һәм генетика институтында урынлашҡан һайлау участкаһына килде. «Салауат Юлаев» клубының тик ике тәрбиәләнеүсеһе генә Өфө пропискаһы буйынса тауыш бирә ала. Ҡалған уйынсылар һайлауҙа тыуған ҡалаларына ҡайтып ҡатнаша.

Александр Логинов, «Салауат Юлаев» клубы һаҡсыһы: «Был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Минең уйлауымса, Рәсәйҙең һәр гражданины һайлауҙа ҡатнашып, үҙ тауышын бирергә тейеш. Минең өсөн беҙҙең президентыбыҙ кем булыуы бик мөһим».

Авторы: Гөлдәриә Йосопова