Өфө торлаҡ-коммуналь хеҙмәте көсәйтелгән режимда эшләй

Бөгөн төнөн айырым юл участкыларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡтар күҙәтелгән. Шуға ла баш ҡалабыҙҙың толаҡ-коммуналь хеҙмәте көсәйтелгән, өсөнсө режимда эш алып бара.

Өфөнө ҡарҙан таҙартыр өсөн 300 берәмек махсус техника һәм 2100 торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре эшкә сыҡҡан. Өфө ҡала хакимиәте билдәләүенсә, көсәйтеү, тәү сиратта, ҡаланың төп урамдарын таҙартыуға йүнәлтелгән.

Синоптиктар фаразлауынса, иртәгә, 20 мартта, көн дауамында бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Водителдәрҙең иғтибарлы булыуы һәм тиҙлек режимын үтәүе һорала.