Башҡортостанда ҡот осҡос аварияла өс кеше һәләк булған, шул иҫәптән ике бала

Үткән йәкшәмбе, 18 мартта, Өфө – Яңауыл трассаһының 57-се саҡрымында өс кешенең ғүмерен өҙгән ҡурҡыныс авария теркәлгән.

Республиканың дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Бөрө ҡалаһынан 26 йәшлек “Лада Приора” автомобиле водителе “Ивеко” ауыр йөк машинаһы менән бәрелешкән. “Ивеко” руле артында 56 йәшлек Татарстан Республикаһы кешеһе булған.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә Бөрө ҡалаһынан “Приора”ның 26 йәшлек пассажиры һәм уның ике балаһы вафат булған. Водитель ҡаты тән йәрәхәттәре алған.