Америкала ике башлы йылан табылған

Ике башлы быуар йыланға Флорида штатында ябай фермер тап булған.

Ветеринарҙар мәғлүмәте буйынса, йыланда ике баштан тыш, ике ашҡаҙан һәм ике йөрәк бар. Бындай күренеш тәбиғәттә бик һирәк осрай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уникаль быуар йылан оҙаҡ йәшәмәйәсәк, сөнки ул үҙенә кәрәкле кимәлдә аҙыҡ таба алмай.