Һуңғы йылдарҙа республика электр энергияһын ситтән һатып алырға мәжбүр ине. Хәҙер иһә үҙебеҙ тәҡдим итә алабыҙ. Затон йылылыҡ электр станцияһы сафҡа инеү менән ихтыяж тулыһынса ҡапланыу ғына түгел, артыҡ мегаваттар ҙа ҡаласаҡ. Уларҙы беҙ сит төбәктәргә лә һата алабыҙ. Иң мөһиме үҙебеҙҙең электр тәьминәте нығынасаҡ. Ике йыл элекке өҙөклөктәрҙе күптәр онотмағандыр. Республиканың өстән бер өлөшө утһыҙ ҡалып ахрызаман еткәндәй булды. Бар тотонғаныбыҙ ток ярҙамында эшләгәнлектән үҙебеҙҙе бөтөнләй көсһөҙ, кеше көнлө, меҫкен тойҙоҡ. Хәҙер улай булмаясаҡ тип ышандыралар. Ул ғына ла түгел, бик күп мөмкинлектәр аса, төрлө тармаҡтарҙа ла үҫеш күҙәтеләсәк, ти белгестәр. Ниндәй тармаҡтарҙы күҙ уңында тота эксперттар? Артыҡ мегаваттар барлыҡҡа килеү менән эшҡыуарлыҡ объекттарын электр утына тоташтырыу ваҡыты тиҙәйтелерме һуң? Әле бит тап ошо мәсьәлә предприятиеның ток сарыф итеүенә һәм ҡеүәтенә ҡарап ике йылға тиклем һуҙылыуы ихтимал.
Урамдарҙа светофорҙар һүнгән, юлдарҙа тығын, ҙур сауҙа үҙәктәре ябыҡ. Халыҡ ахрызаман еткәндәй зыҡ ҡуба, тиҙ ярҙам хеҙмәттәренең, шул иҫәптән беҙҙең редакцияның телефоны ла шартлар сиккә етте. Электр линияларында өҙөклөктәр булып республиканың утһыҙ ҡалыуы бөгөнгөнләй иҫтә. Ул ваҡытта, йәғни ике йыл элек ҡала подстанцияларының береһендәге авариянан һуң Башҡортостандың бер өлөшө ҡараңғылыҡҡа сумды. Хәҙер был апокаллипсисты һуңғыһы тип ышанырға мөмкин, һәр хәлдә башҡаса утһыҙ ҡалмаҫҡа тейешбеҙ. Был аҙнала файҙаланыуға тапшырылған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге ихтыяжды артығы менән ҡаплай һәм системаның өҙөклөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итә. Өфө узелындағы 350 мегаватт дефицит хаҡында оноторға мөмкин.
Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге оҙаҡ көтөлгән объект. Станцияға нигеҙ 10 йыл элек үк һалына, әммә ойоштороу эшендә ҡатмарлыҡтар булып төҙөлөш туҡтай. Яңы инвестор, «Интер РАО» йәмғиәте килгәс кенә эш йәнләнә. Улар станцияны сафҡа индереүгә 22 миллиард һум инвестиция һала. Объектты сафҡа индереүҙә яңы механизм ҡулланыла. ДПМ, йәғни электр энергияһын һатыу хаҡындағы килешеүгә ярашлы, инвесторҙың сығымдары ҡеүәттәргә өҫтәмә хаҡ иҫәбенә ҡаплана. Был иҡтисади һөҙөмтәлелекте лә күтәрә.
ДПМ алымы төбәк ҡаҙнаһына килем күләмен дә арттыра. Республика бюджетына табышҡа һалымдан йыл һайын 300 миллион һум тирәһе аҡса инер тип көтөлә. Был инде өҫтәмә социаль объекттар, йөкләмәләрҙе үтәү тигән һүҙ. Икенсенән, төбәктең мөмкинлектәре киңәйә, инфраструктура төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итә.
Икешәр пар һәм газ турбиналарын үҙ эсенә алған Затон йылылыҡ-энергетика үҙәге заман предприятиеһының сағылышы. Бында Рәсәй заводтарында етештерелгән яңы ҡоролмалар, технологиялар урын алған. Бар эш автоматлаштырлған.
Затон йылылыҡ-энергетика үҙәген файҙаланыуға тапшырыуҙы Башҡортостан энергетика системаһында тарихи ваҡиға тип әйтергә мөмкин. Республикала бындай ҡеүәтле станциялар үткән быуаттың 70-се йылдарынан алып төҙөлмәгән. Яңы объект сәнәғәт предприятиеларын, торлаҡ йорттарҙы йылылыҡ һәм электр энергияһы менән өҙөклөкһөҙ тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк. Станцияның ҡеүәте киләсәк ихтыяжды ла иҫәпкә алып һалынған.
Тәбиғи газда эшләүсе станция 440 мегаватт электр энергияһы һәм сәғәтенә 290 гикакалорий йылылыҡ бүлеп сығара. Хәҙер энергияны ҡулланырға ла, һатырға ла була. Ә йылылыҡ 2 миллион ярым - 3 миллион квадрат метр торлаҡты тәьмин итергә етә. Был айырыуса Ағиҙел аръяғында ҡалҡып сығасаҡ яңы микрорайондар өсөн мөһим. Мәғлүм булыуынса, әле Өфө ошо йүнәлештә йылдам үҫә. Баш ҡаланың инвестиция-төҙөлөш комитетында хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш өсөн иң мөһиме инфраструктура. Был яҡҡа күпер һалыныуы уңайлыҡты арттырһа, хәҙер электр һәм йылылыҡ энергияһы ла ҡытлыҡ юҡ. Көнсығыш Затон биҫтәһенең төҙөлөш майҙанында әле үк эш ҡайнай.
Ағиҙел аръяғында төҙөлөш өсөн яҡынса 172 квадрат километр биләмә бар. Бында торлаҡ йорттарҙан, социаль объекттарҙан тыш Параолимпия үҙәге лә урын алған. Киләсәктә Өфө эргәһендәге был майҙандарҙа 6 миллион тирәһе квадрат метр торлаҡ сафҡа инер тип көтөлә. Шарттар булғанда төҙөлөш тә ырай.





