Аҙна яңылыҡтары. Ярҙарынан сығыу хәүефе булған йылғаларҙа гидропостар урынлаштырыласаҡ

Автоматлаштырылған ҡоролмалар һыу кимәлен билдәләп ташҡын хәүефе тураһында иҫкәртәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдә халыҡты иҫкәртеү ҡоролмалары менән берлектә эшләүсе постар бәләнән аралаясаҡ, ти ҡотҡарыусылар.

Республикала һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған урындар байтаҡ. Шуларҙың береһе Белорет районының Ғәбдөк ауылы. Көтмәгәндә ярҙарынан сығырға ғәҙәтләнгән Инйәр йылғаһына гидропостар тәү сиратта ҡуйылыр тип көтөлә.

Йәмғеһе, автоматлаштырылған ҡоролмаларҙы һигеҙ йылғала ун дүрт урында ҡуйыу күҙаллана. Тик шуныһы, иҫкәртеү сиреналары ауылдарҙа ғына ҡуйыламы икән? Миңә ҡалһа, тәү сиратта ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәрен дә хәбәр итеү мөһим. Халыҡ боҙ киткәнен былай ҙа күреп тора, ә бына ҡотҡарыусылар, тәжрибә күрһәтеүенсә, бәлә килгәндән һуң ғына хәбәрҙар була. Һуңынан туфлиҙарҙа ғына килеп ҡарап торалар ҙа эш бөтә. Уйлап сығармайым. Шул уҡ Ғәбдөк ауылы эргәһендә булғанды бәйән итәм. Ә бит Инйәр йылғаһы ҡарҙың аҙлығына, һыуҙың тулы булыуына ҡарап ҡына ташмай. Боҙ тығындары барлыҡҡа килһә ярҙарынан сығырға әҙер генә тора.

Авторы: Айнур Кәбиров