Аҙна яңылыҡтары. Ғүмәр Хәйәмдең робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә донъя күрҙе

Китаптың үҙенсәлеге шағирҙың ҡулъяҙмалары формаһында сығыуы. Йәғни, әҙип нисек яҙған шул килеш, күсермә рәүешендә. Рәми Ғарипов дүрт юллыҡтарҙы семәрләп тиерлек матурлап яҙған. Ҡайһы бер биттәрендә тормош күҙәтеүҙәре, эмоциялары сағылыш тапҡан. Ҡулъяҙмаларҙы шағирҙың улы Азамат Ғарипов тапшырған.

Ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Рәми Ғариповтың ҡулъяҙмаһы өр-яңы кеүек. Балалары тарафынан ҡәҙерләп һаҡланған хазина ул. Башҡортостандың халыҡ шағиры ғүмеренең һуңғы биш йылын тәржемә хеҙмәтенә арнай. Фарсы шағиры, философ Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының башҡортса варианттарын ижад итә. Төп материал булараҡ рус тәржемәселәренең эштәрен ҡуллана.

Рәми Ғарипов Ғүмәр Хәйәмдең 326 робағийын башҡортсаға тәржемә итә. Һәр ҡайһыһын айырым ҡағыҙ биттәрендә яҙа. Дүрт юллыҡтар өҫтөндә рус телендәге тәржемә варианттарҙы күрергә мөмкин. Яҡташ шағирыбыҙ улар араһынан робағиҙың төп нөсхәһенә тура килгәнен генә һайлап алып, шул текстҡа таянып эшләгән. Азамат Ғарипов атаһының әҙәби тәржемә өлкәһендәге был хеҙмәтен егерме йыл Башҡортостан халҡына еткерергә тырыша. Һәм ниһайәт, Ғүмәр Хәйәм робағиҙары башҡортса донъя күрҙе.

Әҙәбиәтсе Светлана Чураева билдәләүенсә, ҡулъяҙманың факсимиль күсермәлә баҫтырылыуы - әҙәби тәржемә өлкәһендә эшләүселәр өсөн бик мөһим уҡыу әсбабы ла. Шағир текст менән нисек дөрөҫ эшләргә өйрәтә. Барлыҡ материалды уҡып сыҡҡандан һуң, һүҙҙәр донъяһының байлығына инанаһың. Бында архаизмдар, ғәрәп-фарсы лексикаһы ла бар. Шулай уҡ тиҫтәгә яҡын рус шағирының тәржемә варианттары бер томда тупланыуы Ғүмәр Хәйәм робағиҙарының төп асылына төшөнөргә ярҙам итә.

Светлана Чураева, Рәсәй яҙыусылар союзы секретары, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары: «Бөйөк математик, ғалим Ғүмәр Хәйәм үҙенең ижады аша донъяның, кешелектең нисек төҙөлөүе хаҡында халыҡҡа еткерергә ынтылған. Быуаттар үтеүгә ҡарамаҫтан, уның яҙмалары һаман да мәғәнәүи яҡтан меңдәрсә сер һаҡлай. Рәми Ғарипов был хеҙмәте аша ҡаһарманлыҡ күрһәтте тиергә мөмкин. Ҡулъяҙмаһында ул автор менән диалогҡа инеп, тормош мәғәнәһе хаҡында фәлсәфә алып барған кеүек».

Ижадсы робағиҙарҙың рус телендәге варианттарына үҙ баһаһын ҡуйып, тәржемәселәр менән бәхәскә лә ингән һымаҡ. Төп нөсхәһенән ситләшеп яҙылған дүрт юллыҡ авторҙарын ул иғтибарһыҙлыҡта ғәйепләй. Бер-береһенә оҡшаш текстар янында һорау билдәһен дә ҡуя. Шул уҡ ваҡытта оҡшатҡандарына - "ҡалай матур яҙған", "Иң яҡшыһы" тигән яҙыуҙар ҡалдырған. Ғүмәр Хәйәмдең әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә иткәндә, Рәми Ғарипов үҙенә ҡарата талапсан була. Робағиҙың мәғәнәүи көсөнән ситләшмәҫкә тырыша. Шул уҡ ваҡытта уй-хистәрен дә йәшермәй, фекерҙәрен яҙып бара.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов Ғүмәр Хәйәмдең ижадын Әҙәбиәт институтында уҡығанда уҡ өйрәнә башлай. Ғәрәп яҙмаһын, урта быуаттарҙа булған фарсы алфавитын һәм грамматикаһын өйрәнгән. Урта Азияға сәйәхәт ҡылыуы ла тәржемә эшенә ни тиклем яуаплы ҡарауын күрһәтә.

Шағирҙың йөрәк тибеше 1977 йылдың 20 февралендә туҡтай. Ҡулъяҙмалағы һуңғы робағи иһә ике көн алда тәржемә ителгән. Был дүрт юллыҡты уҡығандан һуң, Рәми Ғариповтың ни тиклем һиҙгер күңелле булыуын аңлайһың.

Ҡулъяҙманың факсимиль күсермәлә уҡыусыларға еткерелеүе - Башҡортостан нәшриәте өсөн уникаль күренеш. «Был китап менән халыҡ-ара күргәҙмәләргә лә йөрөргә мөмкин»,-ти белгестәр. Әйткәндәй, китаптың тиражы бигүк ҙур түгел, ни бары биш йөҙ дана һәм ул һатыуға сығарылмаясаҡ. Ғүмәр Хәйәмдең башҡорт һәм рус телдәренә тәржемә ителгән робағиҙары менән бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танышырға мөмкин. Шулай уҡ баҫма район-ҡала үҙәк китапханаларына ла таратыла башланы.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина