Аҙна яңылыҡтары. Әхәт ағайыбыҙ ҙа юҡ, әммә уның тауышы мәңгелек

Бәрхәт тауыш беҙҙең күңелдәрҙә һәм үлемһеҙ...

35 йыл республика халҡын Әхәт Мортазин уятты. Яуаплылыҡ һәм юғары һөнәри оҫталыҡ һуңғы көнөнә тиклем уның төп йәшәү принцибы булып ҡалды.

Әхәт Мортазин Башҡортостандың Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. «Башҡортостан» радиоһы менән ул студент йылдарында уҡ хеҙмәттәшлек итә башлай.

«Башҡортостан» радиоһы, артабан «Юлдаш» каналында киң диапозонлы диктор булып танылды. Бәрхәт тауышы мәғлүмәт сығарылыштарында, ижтимағи-сәйәси тапшырыуарҙа, нәфис радиопостоновкаларҙа яңғырап торҙо. Әхәт Мортазин телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы булараҡ та билдәле. 2000-се йылдар башында ул «Яңылыҡтар» сығарылыштарын да алып барҙы.

Әхәт Мотаһар улы республикала үткәрелгән рәсми сараларҙың да тауышы.

Замандаштары хәтерендә Әхәт Мортазин юғары дәрәжәләге профессионал, ихлас дуҫ һәм талапсан остаз булараҡ ҡалыр.

Эшендә лә, тормошонда ла бәхетле булды Әхәт Мотаһар улы. Хәләл ефете һәм коллегаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева менән ике бала тәрбиәләнеләр, ике ейәнсәрҙәре үҫеп килә....

14 мартта Мортазиндар ғаиләһе ҙур байрам - Тәнзилә Абдулла ҡыҙының юбилейын ҡаршыларға тейеш ине. Бөгөн уларҙың өйө генә түгел, Башҡортостандағы меңәрләп йорт тынып ҡалды.

Халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың йыры ниндәйҙер дәрәжәлә үҙе хаҡында ла булды шикелле. Ул ҡартайырға ла өлгөрмәй арабыҙҙан китте. Әммә уның тауышы ул яңғыратҡан радио һәм теле тапшырыуҙарҙа һаҡланыр... Йөрәктәрҙән - йөрәктәргә күсер....

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин