Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

2019 йылда Рәсәй ректорҙары советы Өфөлә үтеүе ихтимал, тип белдерҙеләр. Был башланғысты Рөстәм Хәмитов Мәскәү дәүләт университеты ректоры, Рәсәй ректорҙар союзы Президенты Виктор Садовничий менән осрашыуҙа тәҡдим итте. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары федераль вуздар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостандың математика мәктәбе ил кимәлендә лә юғары баһалана. Был ҡаҙаныштарҙы тағы ла арттырыу, бәйләнештәрҙе нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсаты бар, тине Рөстәм Хәмитов.

ХХХ

Бүздәк элеваторындағы тәүге мең 200 тонна иген биржа аша һатылды. Килешеү "БКС брокер" һәм "Рәсәйагролизинг"тың партнерлыҡ программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Биржа инфраструктураһын файҙаланыу аралашсыларҙы урап үтергә мөмкинлек бирҙе. Был Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр өсөн мөһим мәсьәлә. Былтыр республикала мул уңыш үҫтерелгәйне. Әммә ашлыҡҡа хаҡ түбән, алыпһатарҙарҙың күп булыуы арҡаһында иген келәттәрҙә ҡала бирҙе.

ХХХ

Шаршамбы Белорет металлургия комбинатында экологик хәүефһеҙлекте тәьмин иткән яңы ҡоролма файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер предприятиенан ағыҙылған һыу күләме 8 тапҡырға тиклем кәмейәсәк. Тимер сымдарҙы етештереүҙә ҡулланылған химикаттар ҙа кәметелде. Яңы ҡоролма бигерәк тә кислота менән эш итеүсе хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтте.

ХХХ

Башҡортостанда яғыулыҡ ярҙамында осҡан тәүге пилотһыҙ аппарат уйлап табылды. Өфө блогерҙары етештергән яңы ҡоролмаға ил кимәлендә тиңдәр юҡ. Ул аккумулятор ярҙамында түгел, ә 95-се маркалы яғыулыҡ ярҙамында оса. Тиҙлеге сәғәтенә 130 саҡрымға тиклем етә. Тәүге һынауҙа ул баш ҡаланан Стәрлетамаҡҡа тиклемге юлды сәғәт ярым эсендә үткән.

ХХХ

Ә Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары ашҡаҙандағы сирҙе асыҡлаусы прибор уйлап тапты. Ҡоролма ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән яһалған. Кеше уға тынын өрә, датчиктар газ составындағы аммиак, температура дымлылығын һәм башҡа күрһәткестәрҙе билдәләй. Улар приборға тоташтырылған компьютер экранында графика рәүешендә барлыҡҡа килә. Йәштәр киләсәктә уны камиллаштырып, ғилми эшкә патент алмаҡсы.

ХХХ

14 мартта Шишмә районында күмер тейәгән вагон рельстан сыға яҙған. Ваҡиға Куйбышев тимер юлының 1449 саҡрымында теркәлде. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ тип хәбәр итә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

ХХХ

Салауат ҡалаһында урынлашҡан төнгө клубта һөжүм ойоштороусы төркөмдөң Ишембайҙан булыуы асыҡланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл уҙған шәмбе урындағы ресторандың береһендә теркәлде. Төрлө ҡул аҫты әйберҙәре һәм травматик пистолет менән ҡоралланған төркөм күңел асыу урынын баҫып инә. Әлегә билдәле булмаған сәбәп менән тыуған низағ һөҙөмтәһендә клубтың ике хеҙмәткәре йәрәхәтләнде

ХХХ

Баймаҡ районында йәшәүселәр туңған крокодил табып, ғәҙәти булмаған табыштың фотоһын социаль селтәргә һалған. Шаһиттар крокодилды райондың Моҡас ауылы эргәһендәге юл буйында күреп ҡалған. Уның ҡойроғо, артҡы тәпәйҙәре булмаған. Социаль селтәр менән ҡулланыусылар крокодил юлда күсмә зоопарктан төшөп ҡалғандыр тип уйлай.

ХХХ

Тропик күбәләктәр Өфөлә. Баш ҡаланың Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейында һирәк осрай торған күбәләктәр күргәҙмәһе асылды. Ошонда уҡ күбәләк ҡанаттарынан эшләнгән фито картиналар менән танышырға ла мөмкин. Күбәләк ҡанатынан яһалған һәр бер картина үҙе бер йомаҡ. Әйткәндәй, был эш менән донъяла ни бары өс кенә рәссам шөғөлләнә, уларҙың икәүһе Ҡытайҙан, берәүһе Рәсәйҙән.

Авторы: Фәниә Юланова