Аҙна яңылыҡтары. Автомобилдәр яңыртыу етеш тормош күрһәткесе

Ләкин ниндәй ҡатмарлыҡтар һәм мәшәҡәттәр менән алына ул машиналар. Кеҫәһе ҡалындар аңламаҫ. Кредитҡа, ауыҙынан өҙөп аҡса йыйып алғандарҙы әйтәм. Райондарҙан килеп салондарға инеүселәрҙе мин эттәр бикләнгән һарайға эләккән һарыҡ кеүек күҙ алдына баҫтырам. Нисек кенә таламайҙар ундағы менеджерҙар халыҡты. Йәшерен проценттар, өҫтәмә йәкләмәләр, законһыҙ страховкалар һәм башҡа аҡса һурғыстар. Ә халыҡ яңы хыялын ҡулға төшөрөү өсөн ҙур теләк менән алдана. Халыҡты автосалондар нисек алдай ? Автомобиль урынына кәритә янында ҡалмаҫ өсөн ниәмәгә иғтибар итергә?

Авторы: Гүзәл Ситдиҡова

Фото №1 - Аҙна яңылыҡтары. Автомобилдәр яңыртыу етеш тормош күрһәткесе
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ