Енәйәтсе тотолған, уға ҡарата “үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 50 йәшлек ир үҙенең Өфөләге 53 йәшлек дуҫында бер аҙ йәшәп алырға булған. Ҡунаҡ үҙен хужа ҡатыны алдында тәрбиәһеҙ тотҡан, санитар һәм гигиена нормаларын үтәмәгән.
16 март төнөн, спритлы эсемлектәр эскәндән һуң ирҙәр араһында талаш сыҡҡан. Һөҙөмтәлә фатир хужаһы бысаҡ менән ҡунағына 9 тапҡыр сәнскән. Ир вафат булған.
Ике ир ҙә быға тиклем хөкөм аҫтында булған, төрмәлә бергә ултырғандар, тип билдәләгән Тәфтиш комитеты.





