Ил буйынса һайлаусыларҙың әүҙемлеге 60 процен. Дәүләт башлығы вазифаһына 8 кандидат көрәш алып барҙы. Башҡортостанда һайлаусыларҙың 76 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашып өлгөрҙө. Уҙған төн Рәсәйҙә шул иҫәптә республикала ла һайлау бюллетендәрен иҫәпләү дауам итте.





