Социологтар, политологтар һәм философтар өсөн Владимир Путиндың ышаныслы еңеүе бер ҙә генә осраҡлы хәл булмаған

Был турала беҙҙең каналға биргән интервьюһында Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, һуңғы һайлау компанияһы ваҡытында кандидаттар араһында ғәмәлдәге дәүләт башлығының ғына төплө уйланылған программаһы булды. Шул уҡ ваҡытта был документ илдең эске поленциалын ғына түгел, ә башҡа илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм уларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән, тине Фәнил Фәйзуллин.