Ғәмәлдәге дәүләт башлығы Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса һайлаусыларҙың 76 процент тауышын йыйып ышаныслы еңеү яуланы. Һайлау штабында үткән осрашыуҙа ул барлыҡлыҡ дәғүәселәре менән дә осрашырға теләк белдерҙе. Барлыҡ сәйәси көстәрҙе ул ниндәйҙер төркөм мәнфәғәттәре өсөн түгел, ә дөйөм ил һәм халыҡ файҙаһына эшләргә саҡырҙы.





