Үткән ялдарҙа Канаданың Монреаль ҡалаһында шорт-трек буйынса донъя чемпионаты уҙҙы. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан Семен Елистратов сығыш яһаны.
БР-ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Семен Елистратов 500, 1500 һәм 3000 метрлыҡ дистанцияларҙа бронза миҙалдар яулай.
Дөйөм еңеүселәр исемлеге түбәндәгесә:
Шорт-трек. Донъя чемпионаты. Ирҙәр. 500 м. – 1. Хван Дэ Хон (Корея) – 40,742; 2. Жэнь Цзывэй (Ҡытай) – 40, 805; 3. Семен Елистратов (Рәсәй) – 40, 827.
Шорт-трек. Донъя чемпионаты. Ирҙәр.1500 м. - 1. Шарль Амлен (Канада) — 2.12,982; 2. Лим Хе Чун (Корея) — 2.13,157; 3. Семён Елистратов (Рәсәй) — 2.13,312.
Шорт-трек. Донъя чемпионаты. Ирҙәр. 3000 м. - 1. Шаолинь Шандор Лю (Венгрия). 2. Сю Хончди (Ҡытай). 3. Семён Елистратов (Рәсәй).
Дөйөм эстафетала Рәсәй 7-се урын яулай. Беренселә - Көньяҡ Корея.





