Норвегияның Холменколлен ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының сираттағы этабы тамамланды. Рәсәйҙең милли йыйылма командаһында Өфө спортсыһы Антон Бабиков та сығыш яһаны.
Ир-егеттәр эстафетаһында рәсәйҙәр бронза миҙалдар яуланы. Беренсе урында Норвегия.
Һәр биатлонсы 7,5 саҡрым арауыҡты һәм ике атыш сиген үтте.





