Башҡортостанда пенсионерға һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған

Туймазы ҡалаһы дауаханаһына тән йәрәхәттәре менән 62 йәшлек пенсионер һалынған. Уны туҡмауҙа 33 йәшлек улы ғәйепләнә.

Фото №1 - Башҡортостанда пенсионерға һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, ике ир өйҙәрендә спиртлы эсемлектәр эсеп ултырған. Мәжлес ваҡытында атай менән ул араһында талаш сыға. Һөҙөмтәлә пенсионер һынған ҡабырғалар һәм мейе травмалары менән дауаханаға эләгә.

Ғәйепләнеүсегә ҡарата енәйәт эше асылған.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ