Миллион һумлыҡ телефон аша һөйләшеү

Нефтекама ҡалаһынан 67 йәшлек ҡатын, ғаиләһендәге ауырлыҡтар ваҡытында зәңгәр экрандар аша рекламаланған психологик ярҙамға шылтыратҡан. Уның менән, йәнәһе, психологтар һөйләшеп оҙайлы сеанстар үткәреү кәрәклеген аңлатҡандар.

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, психологтар йыш ҡына ҡатынға шылтыратып “таҙартыу сеанстарын” үткәргәндәр, һәр һөйләшеүҙән һуң пенсионер мутлашыусыларға аҡса ебәргән. Был хәл ике ай дауам иткән, аҙаҡ ҡатындың бурыс алырға таныштары бөткән. Мутлашыусыларға күсергән сумма 919 мең һум тәшкил итә.

Мутлашыусылар әле лә шылтыратып тормошта янаясаҡ төрлө ауырлыҡтар менән ҡурҡыта, ти полицияға мөрәжәғәт иткән ҡатын. Әлеге ваҡытта мутлашыу буйынса енәйәт эшен асыу ҡарары ҡабул ителә.