Башҡортостанда ҡулдан яһалған пистолет һатыусылар тотолған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡулдан ҡорал яһаған 42 һәм 53 йәшлек ирҙәр тотолған.

Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүселәрҙең береһе һунар өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар магазинында һатыусы булып эшләгән. Икенсе ғәйепләнеүсе хәүефле ҡоралдар яһаған.

Енәйәтселәр ике сигнал пистолетын атыу ҡоралына әйләндергәндәр, шулай уҡ патрондар яһау менән шөғөлләнгәндәр.

Ирҙәрҙе ҡорал менән һатыу итеү мәлдә ҡулға алғандар. Пистолетты таныштарына 100 меңгә һатырға йыйынғандар.

Ғәйепләнеүселәргә ҡарата асылған енәйәт эше Стәрлетамаҡ ҡалаһы судына тапшырылды.