Өфө ҡалаһының өс районында ваҡытлыса һыу һүндерелә

20 һәм 21 мартта Өфөнөң Ленин, Совет һәм Орджоникидзе райондарында һыуыҡ һыу һүндерелеүе көтөлә. “Өфө һыу каналы”ның матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уңайһыҙлыҡтар ремот эштәре менән бәйле.

Совет районы йәшәүселәре иң оҙайлы ваҡытҡа һыуһыҙ ҡаласаҡ. Бында һыуҙы 20 марттың 10:30 алып киләһе көндөң 8:30 сәғәткә тиклем туҡтатасаҡтар. Уңайһыҙлыҡтар ҡағылған йорттар: Октябрь проспектының 2, 2/1, 2/2, 6/1, 8, 8/2, 10, 12, 12/1, 14/1, 13, 13/1, 15-се һанлы йорттары, Степан Халтурин урамының 57 һәм 59-сы йорттары. Шулай уҡ Бабушкин урамы 17, 17а, 19, Дачный тыҡырығы 4, Степан Халтурин урамы 39/1, 41, 41/1 адерстары буйынса 21 мартта көнө буйына һыу булмаясаҡ.

20 мартта Орджоникидзе районында сәғәт 10:00 – 17:00 тиклем Борисоглебский урамы 1-се һәм 3-сө йорттарҙа һыу биреү туҡтатыла. Ә 21 март Солтанов ур. 33, 31, 27, 25б, 25, 23, 19, Арал ур. 30, Чернышевский урамы 7, Лесопильный урамы 29а, 29б, Коммунистик урамы 9, Нуриманов урамы 5 һәм 7 адрестары буйынса иртәнге ун берҙән киске ун бергә тиклем һыу булмаясаҡ.