Һайлау республикала юғары кимәлдә, законға ярашлы үтте, уның һөҙөмтәләрендә шикләнерлек сәбәп юҡ

Тупаҫ хоҡуҡ боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.

Фото №1 - Һайлау республикала юғары кимәлдә, законға ярашлы үтте, уның һөҙөмтәләрендә шикләнерлек сәбәп юҡ

Был турала бөгөн Республика Башлығы журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Сәйәси компания йәмәғәтселектең әүҙемлеге менән айырылып тора. Республика халҡының 75,4 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Владимир Путин өсөн һайлаусыларҙың 77 проценттан ашыуы тауыш биргән. Һандар үҙҙәре үк Башҡортостан халҡының һайлауға бик яуаплы ҡарауын һәм илдә алып барылған сәйәсәтте хуплауын иҫбатлай. Кешеләрҙең оло ышанысы власть иңенә өҫтәмә яуаплылыҡ һала, уны аҡларға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.

Һайлауҙың юғары кимәлдә ойошторолоуына һауа шарттары ла ҡамасауламаны. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығып юлдар ҡапланыуға ҡарамаҫтан төбәк һайлау участкалары протоколдарҙы Үҙәк һайлау комиссияһына ваҡытында килтереп еткерҙе. Республика Башлығы техник әҙерлек һәм һайлауҙы үткәреү кимәлен дә ыңғай баһаланы. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, юғары күрһәткестәр власть менән йәмәғәтселектең берҙәм һәм килешеп эшләүе һөҙөмтәһе.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ