Һәр хәлдә Жириновский, Явлинский кеүек кандидаттарҙың киләһе һайлауҙа ҡатнашыуы икеле. Был йәһәттән, Зюганов урынына Грудининды тәҡдим итеүсе Коммунистар партияһы ла асыҡ миҫал. Һайлауҙа еңеүҙән һуң Владимир Путин бөтә дәғүәселәре менән дә осрашырға теләүен, шулай уҡ хөкүмәт составында үҙгәрештәр хаҡында уйлана башлауын белдерҙе. Әлбиттә, был үҙгәрештәр инаугурациянан һуң булыр тип көтөлә.





