«Руди дансе Лав» - Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет оҫталары араһында Халыҡ-ара конкурс старт алды

Ғаризаларҙы электрон рәүештә лә бирергә мөмкин. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуы айҡанлы мәҙәни саралар бер-нисә көн дауамында барҙы һәм ул балет артистары ҡатнашлығында Гала-концерт менән тамамланды. Хәбәрсебеҙ Рәмилә Исмәғилева дауам итә.

Фото №1 - «Руди дансе Лав» - Рудольф Нуриев иҫтәлегенә балет оҫталары араһында Халыҡ-ара конкурс старт алды

«Сыңрау торна» балетында тәүге башҡорт балеринаһы Зәйтүнә Насретдинованың бейеүе ете йәшлек Рудиктың күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡала һәм уны сәхнәгә әйҙәй.

1961 йылда Франциялағы гастролдән ул СССР-ға ҡайтмай. Илде һатыуға тиңләнгән аҙымы өсөн тыуған яғына юлы бикләнә, әммә ҙур сәхнәләргә асыла. Уны «бейеү Сыңғыҙханы» тип йөрөтәләр. СССР, Бөйөк Британия һәм Франция сәхнәләрендә сығыш яһап, бөтә донъяға танылыу ала.

Морат Ғәлләмов, Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты, Рудольф Нуриевтың синыфташы: «Үҙ һүҙле, үткер, үтә лә тырыш ине. Тап шул тырышлығы һәм эш һөйөүсәнлеге менән ул билдәлелек яуланы».

Өфөлә Рудольф Нуриев исемендәге урам бар, башҡорт хореография колледжы уның исемен йөрөтә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Нуриев музейы эшләй. Өфөлә егерме йылдан ашыу балет сәнғәте фестивале уҙғарылып килә. Данлыҡлы балетмейстрҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы «Руди данс лав» хореографик оҫтаханаһы асыла. Проект конкурс рәүешендә үткәрелә һәм унда профессиональ балет бейеүселәре ҡатнаша ала.

Дмитрий Антипов, резидент-хореограф /Лондон/: «Проект Халыҡ-ара кимәлдә һәм баһалама комиссияһы ағзалары ла Евросоюздан, Ҡатнашырға теләүселәр электрон ғариза бирә ала. Конкурс 40 йәшкә тиклемге һәм профессиональ балет оҫталары өсөн ойошторола».

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуы айҡанлы мәҙәни саралар бер-нисә көн дауамында барҙы. Сәнғәт әһелдәре һәм йәштәр арҙаҡлы бейеүсе иҫтәлегенә ҡуйылған барельефҡа сәскә гөлләмәләре һалынды.

Зал тулы тамашасы һәм алҡыштар. Балетмейстр әле иҫән булһа ла уның күркәм юбилейы, моғайын, шулай үтер ине. Сәнғәт күгендә ул ҡабыҙған йондоҙ балҡып яна һәм уның яҡтыһы башҡаларға маяҡ булып тора.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ