28 йәшлек Иван Кривов-Маркелов 8 март көнө Өфөләге Левитан урамында урынлашҡан йорттан сыҡҡан һәм хәбәрһеҙ юғалған. Әлеге ваҡытта уны хоҡуҡ-һаҡлау органдары эҙләй.
Ивандың ҡылыҡһырламаһы: буйы 176 сантиметр, сәсе ҡыҫҡа, күҙҙәре күк төҫтә. Эсендә операциянан һуң ҡалған яра бар. Юғалған көндө ул ҡара куртка, ҡара-ҡыҙыл шапка кейгән булған.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 917 111 36 77 (әсәһе Наталья) телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.





