Башҡортостан берҙәм дәүләт имтиханын алдан тапшырыу этабына әҙер

Ваҡытынан алда имтихан тапшырыусы сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һынауҙар 21 марттан 11 апрелгә тиклем үтәсәк. Был ваҡыт арауығына Башҡортостанда 921 кеше теркәлгән.

Элекке йылдарҙа уҡыу тамамлағандар ҙа ошо ваҡытта имтихан тотасаҡ. Улар өсөн Ишимбай һәм Өфө ҡалаларында пункттар әҙер. Быйылғы сығарылыш уҡыусылары Өфө ҡалаһының Калинин районында имтихан тапшыра.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителде. Ғөмүмән, быйыл 20 меңгә яҡын уҡыусы аттестат алырға тейеш.