Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында ирекле көрәш буйынса ярыш уҙҙы

“Мәктәпкә көрәш” спорт-мәғариф программаһы сиктәрендә М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейында ирекле көрәш буйынса ярыш ойошторолдо.

Ярышта Өфөнөң төрлө мәктәптәренән 77 уҡыусы ҡатнашты. Миҙалдар һигеҙ ауырлыҡ категорияһында уйнатылды.

Команда зачетында беренселекте М. Исҡужин ис. 136-сы башҡорт лицейы яуланы. Икенсе урында Ф. Мостафина ис. 20-се башҡорт гимназияһы, өсөнсөлә 2-се башҡорт лицейы.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтынан