Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында “Шаяниум -2018” конкурсы үтте. Быйылғы уйындың темаһы – “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”.
Район этабында 48-се Башҡорт лицейынан “Сәтәкәй”, 129-сы мәктәптән “Шарҡылдаҡтар” һәм 65-се Татар гимназияһынан “Любизар” командалары отҡорлоҡта һынашты.
Уйын һөҙөмтәһе буйынса ҡала этабына “Сәтәкәй” һәм “Шарҡылдаҡтар” командалары сыҡты.






