Өфө ҡалаһының урамдарын, йорт ҡыйыҡтарын ҡар һәм боҙлауыҡтан таҙартыу эштәре әүҙем бара

Көн һайын 950 урам таҙартыусы һәм 150 тракторсы ҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыу эштәрен башҡара. Көслө ҡар яуған көндәрҙә уларға башҡа ойошмаларҙан ярҙам килә.

Шулай уҡ бөгөн яҙғы йәшелләндереүҙе ойоштороу һәм санитар таҙартыу саралары башланды. Апрель аҙағына тиклем “санитар йомалар” ойоштороласаҡ, ә 14 һәм 21 апрелдә бөтә ҡала шәмбе өмәһе үткәрелә.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.