Мәсеттән хәйер ҡумтаһын урлағандар

Аҡъяр ауылында мәсеттән хәйер һала торған йәшникте урлаған тигән шик аҫтындағы ир тотолған.

Урлау төнөн булған. Юғалтыуҙы күргәс, мәсет хеҙмәткәре полицияға мөрәжәғәт иткән. Йәшник эсендә яҡынса 2500 һум самаһы аҡса булған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене тотҡандар, бур ярты сумманы спиртлы эсемлектәргә тотоноп өлгөргән. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.