Аҙна аҙағына тиклем ҡар яуасаҡ

Республиканың төньяҡ өлөшөндә -22 градусҡа тиклем, ә көньяҡ яртыһында -15° тиклем һалҡын буласаҡ. Урыны менән ҡар яуасаҡ.

“Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, электр сымдары һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе көтөлә. Һауа температураһы төнөн -5 °, -10 ° һалҡын, көндөҙ +2, +3 градус йылы булыуы күҙаллана”, - тип хәбәр итә Башгидрометео үҙәк белгесе Гөлназ Заһитова.