Свердлов өлкәһендә 25 йәшлек Данил Егоров хәбәрһеҙ юғалған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итәләр.
Һуңғы тапҡыр Данилды 16 мартта Өфө янында күргәндәр, ул водителдәрҙән Магнитогорский ҡалаһына юл һорашып йөрөгән. Егет психик яҡтан һау түгел. Данил Свердлов өлкәһенең Ревда ҡалаһында йәшәй.
Егет һоро шапка, йәшел шаҡмаҡ биҙәкле ҡара куртка кейгән. Үҙе менән тағы күк куртка, һоро трико, ҡара замша ыштан һәм ҡыҙыл биҙәкле ҡара сумкаһы бар. Сумка эсендә эске кейем һәм паспорты булырға тейеш.
Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе 8 952 741 78 92 йәки 02 телефон һандары буйынса шылтыратыу һорала.





