Башҡортостанда 19 йәшлек егет хәбәрһеҙ юғалған

Өфөлә Искәндәр Әмировты эҙләйҙәр. Егет психик яҡтан һау булмағанлығы билдәле. Уның аң үҫеше ун йәшлек бала кимәлендә.

Фото №1 - Башҡортостанда 19 йәшлек егет хәбәрһеҙ юғалған

Ирекмәндәр хәбәр итеүенсә, Искәндәр 18 мартта юғалған. Уға оҡшаш егетте Көньяҡ автовокзал янында күргәндәр.

Искәндәрҙең ҡылыҡһырламаһы: буйы 180 сантиметр, һары сәсле, прическаһы “терпе”, мыҡты кәүҙәле, һоро күҙле, танауында бәләкәй йөй бар. Юғалған көндө һоро куртка, ҡара джинсы кейгән булған.

Бәйләнеш өсөн телефон: 8 917 794 94 84, 8 927 969 89 19 “Балалар эҙләү – Өфө” ойошмаһы.

Волна
Акции БСТ