Иртәгә республикала +5 градусҡа тиклем йылы буласаҡ

Көтөп алынған яҙ әкрен аҙымдар менән Башҡортостанға етеп килә. Иртәгә Башҡортостандың көньяҡ райондарында һауа температураһының 0-дән күтәрелеүе көтөлә.

Шулай уҡ көньяҡ райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа еңелсә боҙлауыҡ. Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, талғын.

Һауа температураһы республикала төндә -17, -22, көньяҡ-көнсығышта -10, -15, көндөҙ 0, -5 градус һалҡын, көньяҡта +5 градусҡаса йылыта.

Синоптиктар фаразлауынса, алдағы ике көндә: 22 мартта ҡар, урыны менән көслө ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, 23-дә яуым-төшөм кәмейәсәк.