Өфө гарнизонының хәрби суды 45 йыллығын билдәләне

Ошо иҫтәлекле датаға арналған тантаналы йыйылыш хәрби суд бинаһында үтте. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм хәрби өлкәлә ғәҙеллек булдырыусы судъялар эшмәкәрлеге «Маҡтау билдәләре» менән баһаланды.

Был ишектәр киң мәғлүмәт саралары өсөн ябыҡ булған. Ә бөгөн иһә хәрби суд ишектәре аша журналистарға ла инеү рөхсәт ителде. Хәрби трибунал Өфөгә 1973 йылдың мартында күсерелгән. Уның тәүге рәйесе итеп юстиция майоры Виктор Шведов тәғәйенләнә. Ведомство етәкселегенә ниндәй генә хәрби кеше килмәһен, хәрби суд хеҙмәткәрҙәре үҙ булмышына тоғро ҡалып, бөтә эшмәкәрлекте хәрби ҡанун нигеҙендә башҡара. Хәрби ведомство Рәсәйҙең ике субъектында Башҡортостан һәм Удмуртия Республикаларында хәрби ғәҙеллекте үтәү бурыстарын атҡара.

Владимир Страхов, Башҡортостандың Өфө гарнизоны хәрби суды рәйесе: «Беҙҙең Өфө гарнизоны суды аша хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәр, хәрби частәрҙә төрлө кимәлдә уғрылыҡ ҡылыусылар, йәмәғәт хәүефһеҙлеген, юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары буйынса эштәр ҡарала. Ғәскәрҙәрҙә ғәҙеллек булдырыу өсөн хәрбиҙәр тормошон һәм йәшәйешен яҡшы белергә, Рәсәй ҡанундарына ярашлы ғәҙел хөкөм ҡарары сығарырға бурыслыбыҙ».

Суд эшмәкәрлегендә документ әйләнешенә ҙур иғтибар бүленә. Том-том ҡағыҙ папкалар һәр береһе төпләнеп махсус иҫәпкә ҡуйыла. Секретарҙар, суъя ярҙамсылары һәм канцелярия хеҙмәткәрҙәре иңдәрендә лә ҙур яуаплылыҡ ята. Өфө гарнизон хәрби судының баш белгесе Әлфиә Зәйнуллинаның тырыш хеҙмәте ведомствоның маҡтау билдәһенә лайыҡ. Яуаплы һәм етди өлкәне етәкләүсе хеҙмәткәр бай тәжрибәһен йәштәр менән дә уртаҡлаша.

Тантаналы йыйылышта Өфө гарнизоны хәрби суды рәйесе Владимир Страхов, судъялар Андрей Вялых, Александр Серовтар Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың «Маҡтау билдәһе» менән бүләкләнде. Өфө хәрби гарнизоны етәкселеге тарафынан дәртләндереүсе хеҙмәткәрҙәр Рәсәй бөтөнлөгө һәм именлеге хаҡына артабан да тырышып эшләргә һүҙ бирҙе.

Авторы: Гүзәлиә Борханова