Сергей Семак “Өфө” футбол клубы менән контрактын оҙайтасаҡ

Был турала Өфө командаһының тренеры “Спорт – экспрессҡа” биргән интервьюла хәбәр ителде.

Фото №1 - Сергей Семак “Өфө” футбол клубы менән контрактын оҙайтасаҡ

“Контрактты ике йылға оҙайтыу буйынса килешеү бар. Ә уны имзалау формаль эш генә. “Өфө” футбол клубы менән контрактым буласаҡ, тип әйтә алам. Артабан эшләйәсәк урыным килгән тәҡдимдәргә ҡарап һайлаясаҡмын. Ә әлегә бер ҡайҙа ла саҡырманылар һәм мин Өфөлә ҡалырға йыйынам”, - тип иғлан итте Сергей Семак.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Семак “Өфө” командаһын 2016 йылдың декабренән алып етәкләй. Әлеге ваҡытта уның уйынсылары Рәсәй футбол премьер лигаһында алтынсы урынды биләй.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ