Өй хужалары янғында ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалам тип, икенсе ҡаттан һикерә

Уҙған шәмбе Өфөнөң Электрификация урамында урынлашҡан авария хәлендәге йорттарҙың береһендә ут сыға. Бер кешенең ғүмере өҙөлә, ике кеше ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға эләгә.

Уҙған шәмбе Әлиә менән Руслан Громовтар ғаиләһе ҡыйыҡһыҙ тороп ҡала. 17 квадрат метрлыҡ бүлмәне хәҙер танырлыҡ та түгел, ул көл-күмергә әйләнгән. Йорт йыһаздары яртылаш янған, көнкүреш техникаһы эшлектән сыҡҡан. Ғаилә башлығы был төндә өйҙә бер үҙе була, күршеләре ҡысҡырышҡан тауышҡа уяна. Бүлмә ишеген асып ебәрһә, коридорҙы ут ялмап алған була. Ир бәләнән икенсе ҡаттан һикереп кенә ҡотола.

Бәлә төнө Громовтарҙың күршеһе Гөлфирә Сафина өйҙә була. Ул иҫән ҡалам тип ете метр бейеклектән һикерә. Бүлмәгә ялҡын телдәре теймәһә лә, бында барыбер йәшәрлек түгел - ҡором еҫе. Оло йәштәге ханым әле һаман шаңҡыу хәлендә.

Күп фатирлы йортта йәшәгән тағы ла тиҫтәгә яҡын кеше берәм-берәм икенсе ҡаттан һикерә. Уларҙың икәүһе ауыр тән йәрәхәттәре ала. Улар «Тиҙ ярҙам» машинаһында дауаханаға оҙатыла.

Ут сыҡҡан бүлмәгә үтерлек түгел. Ишеге һәм стенаһы таҡта менән көпләп ҡуйылған. Билдәле булыуынса, янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Кәүҙәһе тап ошо бүлмәлә табылған.

«Һәләк булған 40 йәшлек ир урындағы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәре»,-тип билдәләй милекселәр. Баҡтиһәң, ойошма йорттағы буш бүлмәләргә урам һепереүселәрҙе, слесарҙарҙы ваҡытлыса йәшәргә индергән.

Торлаҡ-файҙаланыу участкаһы етәкселеге иһә бөгөн ялда булып сыҡты. Телефон аша шылтыратып ҡарау ҙа һөҙөмтәһеҙ, осраҡ буйынса аңлатма бирергә әҙер түгелдәр. Әйткәндәй, авария хәлендәге йортта буш бүлмәләрҙең күп булыуы - тиҫтәгә яҡын фатир хужаһының программа буйынса икенсе торлаҡҡа йәшәргә күсеүенә бәйле. Шаҡша һәм ҡаланың башҡа алыҫ биләмәләренән фатир алырға риза булмаусылар янғындан зыян күреп, ваҡытлыса йәшәү урынһыҙ ҡалды. Авария хәлендәге йортто төҙөкләндерергә вәғәҙәләгәндәр.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина