Ғәрәп телен өйрәнеү өсөн яңы мөмкинлектәр

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Ғәрәп теле үҙәге асылды. Ул Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Ислам буйынса белгестәр әҙерләү проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Һөҙөмтәлә, үҙәктә студенттар өр-яңы ҡорамалдар файҙаланып, махсус уҡыу программалары буйынса ғәрәп телен өйрәнә ала.

Томлы-томлы һүҙлектәр урынына ҡулда еңел планшет. Кәрәкле һүҙҙе яҙаһың да, шунда уҡ аңлатмалар менән тәржемә алаһың. Дүртенсе йыл ғәрәп телен өйрәнгән студенттар яңы технологиялар менән белем алыу күпкә еңеләйҙе, тип һөйөнә.

Ғәрәп телендә сыҡҡан иң мөһим яңылыҡтар менән танышыу өсөн социаль селтәргә тоташтырылған телевизор. Студенттар текстарҙы уҡып, шунда уҡ анализ яһай. Эш барышында яңы йәки билдәһеҙ һүҙҙәр килеп сыға икән, был осраҡта планшеттарға ҡуйылған махсус уҡыу программаһы ярҙамға килә.

Юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультетының башҡорт-ғәрәп бүлегенә 2007 йылдан алып студенттар ҡабул ителә. Бөгөн бында 25-ләп студент белем ала. Дәрес ваҡытында яңы технологиялар менән эш итеүҙән тыш, ғәрәп телендә матур яҙыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Үҙәктә студенттарҙың үҙҙәренең каллиграфия эштәре урын алған.

Көнсығыш телдәрен үҫтереү маҡсатында асылған үҙәк яңы методик ҡулланмалар нәшер итергә ниәтләй. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта уларҙың береһе өҫтөндә уҡытыусылар дүртенсе курс студенттары менән берлектә эш башланған. Факультетта ғәрәп теленән тыш, шулай уҡ төрөк һәм ҡытай телдәре уҡытыла. Үҙәктең асылыуы яңы мөмкинлектәргә юл аса, ти факультет деканы Луиза Сәмситова.

Ысынлап та, үҙәктә көнсығыш телдәрен өйрәнергә теләүселәр өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Өйрәнергә бары теләк кенә булһын. Сөнки факультетта ойошторолған ике йыллыҡ киске курстарға һәр кем яҙыла ала.

Авторы: Фәниә Юланова