«Баллы, тирәкле Балтирәк»

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тәҡдим иткән сираттағы премьера шулай атала. Был юлы ижади коллектив репертуарын лирик комедия менән байытты.

Ҡара урман эсендә, цивилизациянан ситтә йәшәгән балтирәктәр хоры. Тора-бара урындағы халыҡтың ситкә китеүе сәбәпле ижади коллектив триоға ҡала. Танһыҡ йыр-моңдар менән биҙәлгән спектакль ауыл ҡотон һаҡлап ҡалған 8 кеше тураһында. Улар араһында атай булырға йыйынған, 18 йәшлек Салауат образын башҡарыусы, йәш актер Морат Рафиҡов та бар. Әйткәндәй, ул күптән түгел үҙе лә беренсегә атай булған.

«Баллы, тирәкле Балтирәк» тип исемләнгән спекталь йәш драматург Ангизә Ишбулдинаның Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә сығарылған икенсе әҫәре. Әйткәндәй, авторҙың «Баллы, тирәкле Балтирәк» әҫәре быға тиклем дә республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған заманса театр сәнғәте конкурстарында юғары баһаланған. Пьеса менән бөгөн илдең өс театры ҡыҙыҡһыныу белдергән.

Премьера аншлаг менән үтте. Тәүге минуттарҙан уҡ тамаша халыҡ күңелен арбаны. Әҫәр тормошсан һәм һәр кемгә яҡын. Сөнки ни тиһәң дә ауыл бөгөн дә ҡалаға килеп төпләнеүселәрҙең яратып ҡайтыр урыны булып ҡала. Автор тап ошо тойғоно еткерергә тырышҡан да инде.

Авторы: Азат Ғәлиуллин