Әбйәлил районында ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Ул шулай уҡ төрки илдәрҙә киң билдәләнгән Яңы йылды ҡаршы алыу байрамы булараҡ та ойошторолдо. «Наурыҙ» көн менән төн тигеҙләшкән ваҡытҡа тура килә.

Фото №1 - Әбйәлил районында ҡышты оҙатыу байрамы үтте

Ойошма-учреждениелар коллективтары әҙерләгән мул һыйлы өҫтәлдәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сағыу концерт номерҙары тамашаға йәм өҫтәне. Һайлау участкаларынан сыҡҡан кешеләр үҙәк майҙанда рәхәтләнеп ял итте, спорт ярыштарында ҡатнашты. Көндөң һалҡынса тороуына ҡарамаҫтан, байрамды ойоштороусылар һәр ҡунаҡты йылы, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алды.

Конкурс комиссияһы байрамда ҡатнашыусыларҙың туҡталҡаларына баһа ла бирҙе. Уның һөҙөмтәләре буйынса райондың мәғариф бүлеге коллективы Гран-приға лайыҡ булды. Ҡышты оҙатыу байрамы иһә йола буйынса ҡарасҡыны яндырыу менән тамамланды.

Волна
Акции БСТ