Был фекерҙе политолог Константин Сафронов беҙҙең телеканалға биргән интервьюһында белдерҙе. Константин Сафронов фекеренсә, бығаса үткән һайлауҙарҙан айырмалы быйыл гражданлыҡ бурысын үтәүселәр юғары әүҙемлек күрһәткән. Айырыуса ғаиләләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ.





