Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылында йәшәүсе ике йәшлек Луиза Ғәйетоваға ярҙам кәрәк!

Бәләкәй Луиза башын насар тота, ишетмәй, фалиждан интегә. Уны Ҡазан һәм Өфө реабилитация үҙәктәрендә дауалау өсөн 120 мең һум аҡса талап ителә.

Фото №1 - Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылында йәшәүсе ике йәшлек Луиза Ғәйетоваға ярҙам кәрәк!

Луиза Илүзә менән Марсель Ғәйетовтарҙың тәүге балаһы. Бәләкәс әсә ҡарынында ваҡытында уҡ ике ҡат кендеккә уралған була. Бала гипоксия менән тыуған, Бөрө ҡалаһындағы бала табыу йортонда уның физик үҫешенә апгар шкалаһы буйынса 7-8 бал ҡуйылған. Әсәһе ауырлы ваҡытында киҫкен респиратор сир үткәргән. Илүзә менән Марселгә ҡыҙҙың физик яҡтан үҫеше тотҡарланыуы 5 айлыҡ ваҡытынан билдәле була.

Луизаны аяҡҡа баҫтырыу маҡсатында төрлө һауыҡтырыу үҙәктәрендә реабилитация курстары үтәләр. Дарыуҙар һәм подгузниктар өсөн дә сығымдар күп талап ителә. Дауалау физкультураһы, ҡул һәм аяҡ мускулдарын нығытыусы күнекмәләрҙе йорт шарттарында ла эшләйҙәр. Ҡыҙҙары Луизаны Ҡазан һәм Сочи ҡалаларына реабилитация курстарына саҡырыу килгән. Курстар түләүле. Бер генә кеше эшләгән ғаилә был сығымдарҙы күтәрә алмай.

Ҡариҙел районы Ҡортлокүл ауылында йәшәгән ике йәшлек Луиза Ғәйетоваға ярҙам кәрәк. Ҡыҙ тыумыштан балалар церебраль параличы, ике яҡлы һаҡбайлыҡ менән интегә. Ҡазан, Сочи ҡалаларында реабилитация үтеү өсөн 125 000 һум аҡса талап ителә. Һеҙ экранда күргән иҫәпкә аҡса күсерергә мөмкин. Мәрхәмәтле булайыҡ!

ЯРҘАМ КӘРӘК!

ЛУИЗА ҒӘЙЕТОВА

ДИАГНОЗЫ: БАЛАЛАР ЦЕРЕБРАЛЬ ПАРАЛИЧЫ, ИКЕ ЯҠЛЫ ҺАҠБАЙЛЫҠ

РЕАБИЛИТАЦИЯ ҮТЕҮ ӨСӨН 125 000 ҺУМ АҠСА ТАЛАП ИТЕЛӘ

СБЕРБАНКТАҒЫ ИҪӘП: 53 36 69 00 86 11 08 32

ИЛЮЗА ГАИТОВА

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ