Өфө микроавтобусы Татарстанда аварияға эләккән

Татарстан автотрассаһында микроавтобус менән “ГАЗель” ҡатнашлығында авария булған. Ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Татарстан Республикаһының Ғәҙттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, фажиғә Ҡазан – Яр Саллы автотрассаһының 116 саҡрымында булған. Өфө пассажирҙарын Ҡазанға алып барған “Форд” микроавтобусы юл буйындағы кафенан сығып барған саҡта “ГАЗель” менән бәрелешә.

Һөҙөмтәлә микроавтобус водителе һәм “ГАЗель” пассажиры вафат була. Биш кеше төрлө йәрәхәтләнеүҙәр менән Алабуға ҡалаһының дауаханаһына ебәрелгән.