Запастағылар хәрби сборға ебәрелә

Махсус Махсус бойороҡҡа Владимир Путин ҡултамғаһын ҡуйҙы. Хәрби сборҙар мөҙҙәте – ике айға тиклем. Владимир Путин ҡултамғаһын ҡуйҙы. Хәрби сборҙар мөҙҙәте – ике айға тиклем.

Был мобилизация йәки яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыу түгел, сборҙарға тәү сиратта әрмелә йә университетта махсус һөнәр үҙләштергән граждандар саҡыртыла. Йыйынға хәрби хеҙмәт үткән кешеләр ҙә, һаулыҡ йә башҡа сәбәп менән бармай ҡалғандар ҙа ебәрелә.

Уҡытыусылар, студенттар, ике йә унан күберәк балалы атайҙар, Федерация Советы ағзалары, юғары вазифалылар, хәрби көстәрҙең граждандар персоналы, авиа һәм тимер юл эшселәре, баҫыу эштәрендә мәшғүл ирҙәр, диңгеҙ һәм йылға флоты ағзалары хәрби сборҙарға саҡыртылмай.

Бындай йыйындар йыл һайын ойошторола һәм ул хәрби белемде камиллаштарар өсөн уҙғарыла. Былтыр шундай уҡ бойороҡҡа Владимир Путин апрелдә ҡул ҡуйғайны.