Яңауыл халҡы фонтан өсөн тауыш биргән

18 мартта Рәсәй Президентын һайлауҙар менән бер ыңғай “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы өсөн тауыш биреү үткәрелде.

Фото №1 - Яңауыл халҡы фонтан өсөн тауыш биргән

Яңауыл халҡына ҡала паркындағы фонтанды реконструкциялау, велосипед юлы булдырыу, йә үҙәк майҙандағы сәхнәне матурлау проекттары тәҡдим ителде.

Тауыш биреүҙә 17 119 граждан ҡатнашҡан, уларҙың 54% фонтан һайлаған.

Фото: “Яңауыл таңдары” гәзите сайтынан.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ