Португалияның баш ҡалаһы Лиссабонда 28-се “Lisbon Half Marathon”, тип аталған ярым марафон уҙҙы. Был сара халыҡ-ара еңел атлетика ассоциацияһының алтын статусын йөрөтә.
Ярышта 40 илдән утыҙ меңдән ашыу спортсы йүгерҙе. Ҡатнашыусылар ҡала буйлап 21097 метр йүгереп үтергә тейеш.
Өфө дәүләт нефть техник университетының “Нефтегаз сәнәғәтенең машина һәм ҡорамалдары” кафедраһы етәксеһе Вил Ямалиев “МАСТЕРС 60+” категорияһында икенсе урын яулаған, марафон дистанцияһын ул 1 сәғәт тә 25 минут 22 секунд эсендә йүгереп үткән. Беренсе урынды Португалиянан Европа чемпионы Гомес Силвестр алған (1:20:02).






