Георгий Константинович Мосолов 1926 йылда Өфөлә тыуған. Үҙ ғүмере эсендә 6 авиация (3 абсолют, 3 Бөтә Союз) рекорды ҡуя. Тәүге космонавт Юрий Гагариндың яҡын дуҫы булған.
Георгий Мосолов 1962 йылда МиГ-21 самолетын һынаған ваҡытта авария ситуацияһына эләгә. Самолет ун мең метр бейеклектә осоп барған саҡта двигателе эшлектән сыға, осоусыға ҙур тиҙлектә катапультланырға тура килә. Һөҙөмтәлә ауыр травмалар һәм яралар ала. Дауаланыу ваҡытында табиптар ике тапҡыр уның клиник үлемен теркәй. Әммә Георгий Мосолов тере ҡала һәм һау-сәләмәт йәшәүен дауам итә.
Летчик 92 йәшендә, 18 мартта, Мәскәүҙә вафат булды.





