Өфөнән Мысырға рейстар тергеҙелә

“Аэрофлот” компанияһы мәғлүмәте буйынса, Ҡаһирәгә тәүге самолет 11 апрелдә осасаҡ.

Фото №1 - Өфөнән Мысырға рейстар тергеҙелә

Самолеттар аҙнаһына өс тапҡыр: дүшәмбе, шаршамбы һәм шәмбе осасаҡ. Мысырҙан рейстар шишәмбе, кесаҙна, йәкшәмбегә планлаштырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылдың 31 октябрендә Шарм-эль-Шейх ҡала күгендә “Когалым авиалинияһы”ның самолеты шартлағайны. Фажиғә рәсми рәүештә терракт, тип иғлан ителде. Унда 224 кешенең ғүмере өҙөлдө. Рәсәйҙән Мысырға һауа юлы ябылғайны.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ