Башҡортостанда 51 йәшлек ир ике йыл буйына үҙенең “игеҙәге” өсөн алимент түләй

2016 йылдан бирле Благовещен ҡалаһында йәшәгән Сергей Никитин үҙенең бурыслы булмауын иҫбатларға тырыша. Уның иҫәбенән ай һайын туғыҙ мең һум алып торалар, ә уның эш хаҡы — 16 мең генә. Баҡтиһәң, Сергей Никитин бөтөнләй икенсе кеше өсөн аҡса түләй икән.

Сергей Николаевич Никитындың Волгоградта аҙашы йәшәй икән. Уларҙың тыуған көндәре лә, хатта ҡатындарының исеме лә тулыһынса тап килә.

“Йыл ярым суд приставтары хеҙмәте аша мин түгел, Волгоград өлкәһендәге аҙашымдың бурыслы булыуын иҫбатларға тырышам. Ҡурҡыныс төштәр күрә башланым хатта: йәнәһе лә бурыстар өсөн йортомдо тартып алалар икән”, -тип һөйләй Сергей Никитин.