Донъялағы иң һуңғы ата төнъяҡ аҡ мөгөҙморон үлгән

Кениялағы Ол-Педжет тәбиғәт һаҡлағысында 19 март көндө 45 йәшлек мөгөҙморондо үлтергәндәр. Судан исемле мөгөҙморон донъялағы һуңғы орғасы ине.

Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, йәнлек ҡаты ауырыған. Уның мускулдары эшләмәгән, һөйәктәре ваҡланған. Һуңғы тәүлектә ул бөтөндәй аяҡтарында баҫып тора алмаған. Әлеге ваҡытта донъяла ике инә мөгөҙморон ҡалған: Судандың “ҡыҙы” Наджин һәм “ейәнсәре” Фату. Ғалимдар йәнлектәрҙең был төрөн һаҡлап ҡаласаҡ, улар Судандың генетик материалын йыйып алып ҡалғандар.

Төнъяҡ аҡ мөгөҙморондарҙың юҡҡа сығыуында һунарсылар ғәйепле. Баҡ тиһәң, йәнлектәрҙең мөгөҙө бик ҡыйбатлы тип һанала, сөнки уны сәләмәтлек өлкәһендә ҡулланалар. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында хайуандар һаны 2250 булһа, 80-се йылдарға 15 мөгөҙморон ғына ҡалған.