Ерләү эштәре тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелеүе ихтимал

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаға “Күмеү һәм ерләү эше тураһындағы” Федераль законға үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим итәсәк. Был турала Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

– Мониторинг ерләү эше мәсьәләләре буйынса махсуслаштырылған хеҙмәттәр эшмәкәрлегенә кәрәкле контролдең булмауын күрһәтә. Тейешле ойошмалар тейешле кимәлдә эшләмәй. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатына ла һорауҙар бар. Беҙ тәҡдим иткән закон проектындағы новациялар был өлкәләге муниципаль контроль системаһын формалаштырыуға йүнәлтелде, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.